-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь 2020, 16:01

Бала уңышҡа өлгәшһен өсөн

...уны төрлө яҡлап үҫтереү мөһим.

"Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" федераль проекты сиктәрендә "Үҫенте" балалар экологик-биология үҙәгендә өҫтәлмә рәүештә 850 бюджет урыны булдырылған.
Балалар хәҙер "3D моделләштереү", "Биотехнолог", "Киберкласс" һәм башҡа йүнәлештәр буйынса шөғөлләнә аласаҡ.
Әлеге мәлдә үҙәктә уҡыусылар ҙур теләк менән роботтар менән идара итергә, төрлө программаларға өйрәнә.
"Planta - донъя" берләшмәһендә шөғөлләнеүселәр экология буйынса һанлы лабораторияны үҙләштерергә өлгөргән. Был һөнәр уларға егерменән ашыу ер, һыу һәм һауа күрһәткестәрен өйрәнергә мөмкинлек бирә.
"Киберкласс" йүнәлеше буйынса шөғөлләнгән уҡыусылар робот-танк йыйырға өйрәнгән. Уның менән Bluetooth технологияһы ярҙамында идара итеп була.
Өлкән класс уҡыусылары был үҙәктә кеше организмы төҙөлөшөн тикшерә. Уларға был эштә 21 каналлы электроэнцефалограф ярҙам итә.
Читайте нас: