+29 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октября 2020, 14:05
ҠУРСАҒЫМ - МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ
Минең исемем – ГӨЛНӘЗИРӘ. Мин ҡурсаҡ уйнарға яратам. Ҡурсаҡтарымдың төрлөләре бар: ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә, һөйләшә белгәндәре лә, хатта ҡағыҙҙан зшләп алғандары ла! Әсәйем яңы “АҠБУҘАТ” журналын алып ҡайтҡас, эй, ҡыуандым! Ҡыҙыҡлы әкиәттәре, башватҡыстары күп!.. Ә иң мөһиме, ҡырҡып ала торған ҠУРСАҠ бар! Ҡурсаҡтың да ниндәйе бит әлеү! Милли кейемдәге ҠУРСАҠ!
Минең ҡыҙыҡай ҡурсаҡтарым күп. Әсәйемә икенсе юлы малай ҡурсаҡҡа милли кейем кейҙереп эшләгеҙ, тинем әле!
Ҡыҙҙар, ә һеҙ ниндәй ҡурсаҡ менән уйнайһығыҙ?
Читайте нас