+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2020, 12:02

Салауат ҡалаһы мэры Игорь Миронов башҡорт телен өйрәнәсәк

«Башҡорт телен ата-әсәләргә лә өйрәтер кәрәк. Ололар ҙа тел өйрәнеү буйынса курстарға мохтаж...»

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов башҡорт теленә ныҡлып тотонмаҡсы. Дәүләт башҡорт телен өйрәнеү буйынса курсты хакимиәтттең бөтә муниципаль хеҙмәткәрҙәре лә үтәсәк. Был турала ул Мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.
«Башҡорт телен ата-әсәләргә лә өйрәтер кәрәк. Ололар ҙа тел өйрәнеү буйынса курстарға мохтаж. Беҙ Салауатта башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар тип иҫәпләйбеҙ», - тигән фекерҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Онлайн-кәңәшмәлә яңғыраған сығыштарҙы иҫәпкә алып, сарала ҡатнашыусылар Салауаттағы һәр балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асырға, мәктәптәрҙә туған телдә уҡыу сәғәттәрен күбәйтергә ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ ҡалала милли мәктәп асырға һәм башҡорт телендә ата-әсәләр форумын уҙғарырғала ниәтләйҙәр.
Читайте нас: