+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2020, 17:39

Батырҙар тураһында анимация фильмы әҙерләнә

Декабрь аҙағында башҡорт халыҡ әкиәттәре нигеҙендә төшөрөлгән анимация фильмы халыҡ хөкөмөнә сығарыласаҡ.

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы батырҙар тураһындағы башҡорт әкиәттәре нигеҙендә анимация фильмы әҙерләй. Ун минутҡа иҫәпләнгән был анимация фильмы Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы грантына төшөрөлә. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 900 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Декабрь аҙағында ул тамашасылар хөкөмөнә сығарыла.
Проект авторы – мультипликатор Рим Шәрәфетдинов. “Батырҙар тураһында яҙылған бер нисә башҡорт әкиәтен һайлап алып, иң ҡыҙыҡлы мәлдәрен берләштерҙек. Бер герой ҡатнашлығында мажаралы тарих яҙылды. Сценарий буйынса персонаждарҙың сағыу типаждары төшөрөлдө. Әле фильмдың анимацияһы өҫтөндә эшләйбеҙ”, - ти ул.
Анимация фильмын төшөрөү еңел генә түгел, өс секундлыҡ кадрҙы монтажлау ғына бер көн дауам итеүе ихтимал. Әле Башҡортостан тәбиғәтенә оҡшаш фондар әҙерләнә, музыкаль яҡтан биҙәлә. Ҡурай, ҡумыҙ ярҙамында яңы көйҙәр яҙыла. Декабрҙә билдәле актерҙар ҡатнашлығында персонаждарҙың тауышын яҙҙырыу ҡаралған.
Читайте нас: