+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2020, 21:11

Мәсәғүттә ҙур Ғаилә паркы төҙөлә

Тротуар һалынған, балалар өсөн уйын һәм баскетбол майҙансыҡтары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы резина япма менән түшәлгән.

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә Мәсәғүт халҡы өсөн тиҙҙән шәп ял урыны барлыҡҡа киләсәк - әле Ғаилә паркында төҙөлөш эштәре бара.
Эштең беренсе этабы тамамланған: тротуар һалынған, балалар өсөн уйын һәм баскетбол майҙансыҡтары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы резина япма менән ҡапланған.
Паркта ял итеү, өҫтәл уйындарын уйнау өсөн махсус урындар ҡаралған, автомобилдәр ҡуйыу өсөн туҡталҡа ла бар.
Ғаилә паркы йәшеллеккә күмеләсәк - бында ике йөҙҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған.
Әленән үк парктан кеше өҙөлмәй - Мәсәғүт халҡы бында рәхәтләнеп ял итә, сөнки ҡараңғы төшһә лә паркта яҡты - фонарҙар ҡуйылған.
Ул тулыһынса 2021 йылда төҙөлөп бөтәсәк.
Читайте нас: