+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2020, 20:55

Күп балалы ғаиләләр хаҡында фильм төшөргәндәр

"Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте" проекты хаҡында яҙғаныбыҙ бар. Уның сиктәрендә "Ғаилә кадрҙа" исемле конкурс үтте, бәйге еңеүселәре - Солтановтар һәм Ватолиндар ғаиләләре Нуриман районына сәйәхәт ҡылды. Былар хаҡында фильм да төшөргәндәр.

Сәйәхәттең һәр этабын камералар видеояҙмаға мәңгеләштереп барған. Был хеҙмәттең һөҙөмтәһе булып "Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте" исемле фильм тыуған.
Таҫманың тулы версияһы ноябрь айының тәүге көндәрендә донъя күрәсәк. Ул Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль һаҡлау министрлығы порталында, "Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте" проектының социаль селтәрҙәрендә сығасаҡ.
Был проект Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында күп балалы ғаиләләргә бар яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡуша, беҙ үрҙә телгә алған проекттар ошо йәһәттән ойошторола.
Читайте нас: