+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2020, 23:35

Хыялдарҙы ысын итә

Балалар интерактив ҡом ярҙамында тирә-яҡ мөхитте өйрәнә.

Дүртөйлө районы Әсән ауылындағы яңы быуын китапханаһы "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә кескәйҙәргә яңы ҡоролма тәҡдим итә.
Интерактив ҡом майҙаны балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашыра - күнекмәләр ваҡытында кескәйҙәр тау, вулкандар, шарлауыҡтар кеүек тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, төрлө формалар һәм сәскәләр менән шөғөлләнә ала.
Бындай күнекмәләр балаларҙың хәтерен нығыта, тойоу һәм күреү һәләтен сыныҡтыра, логик фекерләү ҡеүәһен үҫтерә.
Был ҡоролма ауыл балаларының белемен һәм ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, уларҙы төрлө мәғлүмәт менән таныштырыу өсөн бик ҡулайлы ысул.
Ул Әсән китапханаһында 5 ноябрҙән алып эшләй башлаясаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: