Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы буйынса әсәлек капиталын алыуға үҙгәрештәр индерелгәйне.
Ул хәҙер тәүге балаға ла түләнәсәк. Киләһе йылда тәүге тапҡыр ата-әсә булғандар 483 882 һум күләмендә әсәлек капиталы алһа, икенсе йәки унан һуң тағы бала алғандарға 639 432 һум аҡса ҡаралған.
2020 йылда тәүге балаға әсәлек капиталы алған ата-әсә 2021 йылда тағы бәпес алып ҡайтһа, уларға 155 550 һум өҫтәп түләнәсәк.