+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2020, 15:25

Бында поездарҙы "дауалайҙар"

Кескәйҙәр ғәҙәттә йөҙ һорау биреүсән. "Ҡояш нимәнән яралған?" "Автобустар ҡайҙа йәшәй?" "Поездар ҡайҙа дауалана?"Һуңғы һорауға яуап түбәндә.

Вагон ремонтлау заводы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Ул тимер юл техникаһын ремонтлау менән шөғөлләнә.
Завод 1997 йылдан алып эшләй.
Предприятие директоры Зәбир Алтынбаев һөйләүенсә, вагон ремонтлау заводы пандемия ваҡытында ла үҙ эшен туҡтатмаған, 700-ҙән артыҡ белгестәрҙең эш урынын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.
2018 һәм 2019 йылдарҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткәне өсөн заводтың эшмәкәрлеген киңәйткәндәр, вагон тәгәрмәстәрен ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән яңы цехта ремонт эштәре тамамланған.
Бөгөнгө көндә завод тағы ла бер яңы йүнәлеш буйынса эшләй - яңы проектҡа ярашлы улар контейнер-цистерндар эшләп сығарыу менән шөғөлләнәләр.
Стәрлетамаҡтағы вагон ремонтлау заводының киләсәге ҙур, ә эш һөҙөмтәләре яҡшы. Заводта үҙ эштәренең оҫталары - йәш, әммә тәжрибәле слесарҙар тир түгә.
Ике тиҫтә йыл арауығында был заводта бер нисә ғаилә үҫеп сыҡҡан: аталы-уллы эшләгәндәр ҙә байтаҡ.
Вагон ремонтлау заводы коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа үҙ хеҙмәткәрҙәренең һаулығын ентекле ҡайғырта - эш барышында барлыҡ санитар нормалар еренә еткереп үтәлә.
Читайте нас: