+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2020, 18:20

"АҠБУҘАТ"ТА ҠУНАҠТА - ЭЛМИРА!

“Юл йөрөү ҡағиҙәләренең каникулы юҡ!”

“Аҡбуҙат”та ҡунаҡта - Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы - Эльмира Вәлиева. Тиктормаҫ тырыш ҡыҙ яҡшы уҡый, төрлө бәйгеләрҙә , олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, бихисап Маҡтау грамоталары һәм Дипломдары бар. Ул яҡташы , шағир Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләй . Уҡыуҙан буш ваҡытында ла тик ултырмай, Эльмира китап уҡырға һәм һүрәт төшөрөргә, шиғырҙар уҡырға, йырларға, бейергә ярата. Оҙайлы ялдарҙа ла тик тормай: ата-әсәһенә ярҙам итә, шул арала китаптар уҡырға ла “Юл йөрөү ҡағиҙәләренең каникулы юҡ!” тигән дистанцион акцияла ҡатнашырға өлгөрә.
Читайте нас: