+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Октябрь 2020, 17:43

Балаларға яңы рояль

Был бәхет Бәләбәй ҡалаһының 1-се һанлы балалар музыка мәктәбе уҡыусыларына тәтегән.

Музыка мәктәбе "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендәге "Мәҙәни мөхит" федераль проектында еңеү яулай һәм белем биреү сифатын яҡшыртыуға, балаларҙы ижади яҡтан үҫтереүгә аҡсалата ярҙам ала.
Халыҡ-ара музыка көнөндә "Kawai" һәм башҡа музыка ҡоралдарының презентацияһы үтте, музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре роялдә билдәле композиторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡарҙы.
Байрам концертын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Сергей Дукачев тамамланы, уның башҡарыуында Шопен, Чайковский, Рахманинов көйҙәре яңғыраны.
Читайте нас: