+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Октябрь 2020, 14:35

ҠОТЛАЙБЫҘ, СУЛПАН АПАЙ!

Журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, алыштырғыһыҙ рәссамы Сулпан Билал ҡыҙы БИЛАЛОВА юғары исемгә лайыҡ булды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, Сулпан апай! "Аҡбуҙат" журналын уҡыусыларҙы яңынан-яңы матур һәм яҡты һүрәттәрегеҙ менән ҡыуандырып торорға яҙһын!

Танылған рәссам, Ш.БАБИЧ исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Сулпан БИЛАЛОВА "Аҡбуҙат" журналында күп йылдар рәссам, яуаплы сәркәтип булып эшләй. Бөгөнгө көндә ул Мәскәүҙә йәшәп ижад итә. Донъя буйынса үткәрелгән бик күп конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Читайте нас: