-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Октябрь 2020, 01:40

"Һеңлекәш" фильмындағы Йәмил бүләкләнде

Арыҫлан Ҡырымсуринға Башҡортостан Башлығы Мостай Кәримдең исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл.
Был иҫтәлекле көндә бер төркөм сәнғәт әһелдәре шәхестең исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн мәртәбәле наградаларға лайыҡ булды.
Уларҙың араһында Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмында (режиссеры - Алексей Галибин) төп ролде уйнаған Арыҫлан Ҡырымсурин да бар.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан кескәй дуҫыбыҙ был фильм арҡылы Башҡортостанда киң билдәлелек яулауға иреште.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Арыҫланды Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
"Кино сәнғәте аша Мостай Кәрим ижадына ҡағылыу минең өсөн оло мәртәбә", - тине Арыҫлан Ҡырымсурин.
Читайте нас: