-13 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь 2020, 18:55

ЙЫРЛАЙЫҠ БЕРГӘЛӘП. йОНДОҘҘАР ЙЫРЫ

Йәй айының матур төндәрендәЗәңгәр күктә йондоҙҙар емелдәй. Шул йондоҙҙарға ҡарап тын ҡалам,Ҡыуанам мин һине күргәндәй.

Йәй айының матур төндәрендә
Зәңгәр күктә йондоҙҙар емелдәй.
Шул йондоҙҙарға ҡарап тын ҡалам,
Ҡыуанам мин һине күргәндәй.
Эй йондоҙҙар, яҡтыраҡ балҡығыҙ,
Нурҙарығыҙҙы һибегеҙ ергә.
Ҡара болот ҡапламаһа күкте,
Осрашырбыҙ әле беҙ бергә.
Бар шатлығым минең шул йондоҙҙар,
Тағы ла шулай яҡты янһындар.
Ауыр минуттар килеп тыуған һайын
Миңә гелән юлдаш булһындар.
Эй йондоҙҙар, яҡтыраҡ балҡығыҙ,
Нурҙарығыҙҙы һибегеҙ ергә.
Ҡара болот ҡапламаһа күкте,
Осрашырбыҙ әле беҙ бергә.
Читайте нас: