Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең май указдарында 2024 йылға ҡала мөхитен мөмкин тиклем уңайлы итергә күрһәтмә биргәйне.
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында асылған “Әкиәт” балалар майҙансығы был указ сиктәрендә “Ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы төҙөлгән.
Кескәйҙәр өсөн бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙ уңында тотоп эшләнгән сағыу, ҙур майҙансыҡ билдәле ваҡиғаға арнала – быйыл Ейәнсура районына 90 йыл тула.