"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Благовар районындағы үҙәк китапханала сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн ҡулайлаштырылған махсус лингафон кабинеты булдырылған.
Китапхана үҙе яңы быуын модулле үҙәктәрҙән һанала. Кабинет кәрәкле техника менән тәьмин ителгән: ноутбуктарҙа телдәр өйрәнеү һәм бәйләнешкә сығыу өсөн махсус программа ҡуйылған.
Лингафон кабинетында уҡыусыларға инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙе өйрәнергә төрлө тауыш технологиялары ла ярҙам итә, улар ярҙамында уҡыусыларға һүҙҙәрҙе ишетеү, күреү ысулы менән үҙләштереүе еңел бирелә.
Бындай шарттар белем сифатын күтәрә, уҡыу ваҡытын әһәмиәтле итә.
Әлеге мәлдә лингафон кабинетына Языково урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары йөрөй.
Киләсәктә башҡорт телен өйрәнеү буйынса ла махсус программа булдырырға йыйыналар.
Шулай уҡ үҙәк модулле китапханала "Мультстудия" ла эшләй, унда балалар йәнһүрәт эшләргә өйрәнә.
Бынан тыш, музыка һөйөүселәр өсөн музыка ҡоралдары ла бар, киләсәктә Өфө сәнғәт училищеһынан студенттар килеп уҡыусыларҙы уйнау серҙәренә өйрәтәсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан