Өс ай дауамында «Аҡбуҙат» журналының биттәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн Рәсимә Ураҡсина исемендәге асыҡ республика шиғри конкурсы барҙы. Ул шағирә, билдәле педагог һәм тәржемәсенең тыуыуына 70 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле йылына арналды.Бөгөн Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының тыуған ерендә, Дәүләкән районында ижади конкурстың еңеүселәре бүләкләнде.
Республика райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән дә, конкурсҡа шиғырҙар килде. Бөтәһе «Аҡбуҙат» биттәрендә 81 кескәй шағирҙың әҫәрҙәре баҫтырылды. Был эштәрҙе әҙибәнең тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Урал Ураҡсин рәйеслегендәге жюри баһаланы. Урал Ғәзиз улы шулай уҡ конкурстың 60 мең һумлыҡ приз фондын булдырҙы.
Баһалама ағзалары — Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, балалар шағиры, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, коллектив ағзалары, яҙыусылар Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә бүленде:
1-се урын — Зарина ҒӘЛИЕВА, Туймазы районы Серафимовка ауылының 3-сө һанлы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы;
2-се урын — Венария ӘҒӘҘУЛЛИНА, Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы, 6 йәш;
2-се урын — Азалия ИСХАҠОВА, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес моделле китапханаһында «Кәрәҙ» әҙәби түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе;
3-сө урын — Дарислам АҘНАБАЕВ, Ейәнсура районы, Күгәрсен ауылы, 3-сө класс уҡыусыһы;
3-сө урын — Мәүлит ЛАСЫНОВ, Сибай ҡалаһы, 6 йәш;
3-сө урын — Сәмирә СӘМИҒУЛЛИНА, Әлшәй районы, Яңы Ҡыпсаҡ ауылы, 5 йәш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролатайы бүләге — Йәнгүзәл БАЙҒУЖИНАла, 9 йәш, Хәйбулла районы, Быҙаулыҡ ауылы;
Дәүләкән районы хакимиәте бүләге — Алтынай МӘЗИТОВАла, Бөрйән районы Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү урта мәктәбенең 3 «В» класы уҡыусыһы;
«Аҡбуҙат» журналының махсус бүләктәре —
Зәлинә ФАЗЫЛОВА, Силəбе ɵлкəhе Арғаяш районы Бəжекəй урта мəктəбенең 5 «А» класы уҡыусыhы;
Айзилә БАТЫРАЕВА, 5-се класс уҡыусыһы, Миәкә районы, Сәфәр мәктәбе;
Динир ӘХМӘТЙӘНОВ, Белорет районы, Абҙаҡ урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы;
Салауат МИФТАХОВ, 7 йәш. Дүртөйлө ҡалаһы 12- се һанлы «Алтынсәс » балалар баҡсаһы;
Әҙилә ҒАФАРОВА, Миәкә районының Тамьян- Таймаҫ мәктәбе уҡыусыһы.
Унан тыш, шағирә Гүзәл Ситдыҡова һәр ҡатнашыусыға китабын бүләк итә.
«Тәүҙә конкурсты сентябрҙең ун бишендә йомғаҡларға иҫәп бар ине, әммә, ҡулъяҙмаларҙың күп булыуы, уҡыу йылының башланып, конкурсҡа яңы һулыш биреүе беҙҙе эштәрҙе артабан ҡабул итергә мәжбүр итте. Тағы ла шуныһы, конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тәртибе лә үҙгәрҙе. Урал Ғәзиз улы Ураҡсин һәм жюри ағзалары тәүҙә беренсе урынды алған балаға утыҙ мең һум бирергә иҫәпләгән ине, аҙаҡ уны өс еңеүсегә ун мең һумлыҡ приз итеп бүлергә ҡарар ителде. Сөнки беҙҙең тәү маҡсатыбыҙ - ижадсыларҙы ысын мәғәнәһендә дәртләндереү һәм артабан үҫешергә мөмкинлек биреү ине»,— тип билдәләне «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина.
Йәш әҙиптәр менән осрашыуға конкурстың ойоштороусыһы Лариса Абдуллина, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, «Тамыр» республика балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, Дәүләкән районы хакимиәте ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре килде.
Балаларға ижад емештәрен сәхнәнән башҡарыу мөмкинлеге лә бирелде.
«Был конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, туған телдә фекерен еткерә белгән балалар ҡатнашты. Беҙҙе балаларҙың телмәре һоҡландырҙы. Улар торт бешереү, кәбеҫтә үҫтереү, япраҡ ҡойолоуы кеүек ябай күренештәрҙе һүрәтләһә лә, матур әҫәрҙәр килеп сыға»,— тине Лариса Абдуллина.
Бүләкләү тантанаһы Рәсимә Ураҡсина ижад иткән шиғырҙар, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шағирә хаҡында иҫтәлектәр менән байытылды.
Кисә һөйөнөслө яңылыҡ менән тамамланды. Лариса Абдуллина әйтеүенсә, Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғри конкурста ҡатнашҡан балаларҙың шиғырҙарын тәжрибәле рус шағирҙары тәржемә иткән. Киләсәктә был ҙур эштең һөҙөмтәһе итеп ике телле шиғри йыйынтыҡ сығарыу планлаштырыла.
— Кейенеп сыҡ, тыш һалҡын, — тип,
Ишембай районы, Маҡар мәктәбе.
1. Бөжәк, бөжәк, бөжәккәй,
Яуап: Көн йылытҡыс бөжәк.
Әбей түгелмен, бабай түгелмен —
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтәмен,
Көн һайын һыуҙар һиптеләр,
Әлшәй районы, Яңы Ҡыпсаҡ ауылы.