+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2020, 12:10

ҮРГЕ ЯЙЫҠБАЙ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ

“Тыуған илгә һөйөү, туған телде һаҡлау, үҫтереү, сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү һәр баланың күңеленә һалынырға, тейеш...

Таныш булығыҙ, хөрмәтле төркөмдәштәр, “Аҡбуҙат”та ҡунаҡта Үрге Яйыҡбай балалар баҡсаһы кескәйҙәре. Улар бына шулай бар иғтибарын биреп китапхана сәғәтендә ултыра. Бәләкәстәргә балалар яҙыусыһы, шағирә, педагог-методист - Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Мәрйендәр ", Башҡортомдан батыр юҡ икән " тип аталған китаптарынан шиғырҙар тыңланы. Әҙибәнең 75 йәшлек юбилейына арналған һәм башҡа бик сараларҙы ауыл бәләкәстәренә Үрге Яйыҡбай ауылы китапханасыһы Люциә Әхмәт ҡыҙы Мусина еткерә. Ул инде бына утыҙ йыллап балалар баҡсаһына, шулай уҡ ауылда ҡалған башланғыс 1-2 класс бәләкәстәре янына ла йөрөп төрлө саралар үткәрә. Баҡсала ҡурсаҡ театры менән сығыш яһаһалар, мәктәптә, иһә, китапхана дәрестәре, шиғыр һөйләү, "Йөрәк һүҙе" һүрәттәр конкурсы шулай уҡ һәр юбиляр яҙыусының ижадын өйрәнәләр. “Тыуған илгә һөйөү, туған телде һаҡлау, үҫтереү, сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү һәр баланың күңеленә һалынырға, тейеш. Әлегә пандемия ваҡытында бик һаҡ булырға тырышабыҙ. Шуға ла бераҙға туҡтап торорға мәжбүрбеҙ”, - ти китапханасы.
Читайте нас: