+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2020, 18:23

Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Янғында алты бала менән бер нәмәһеҙ урам буйында тороп ҡалған Айрат һәм Гөлзифа Вәлиевтар бөгөн оло шатлыҡтары менән уртаҡлаша: уларға өс бүлмәле фатирҙың асҡысы тапшырылды!

13 август кис сыҡҡан янғында Архангел районы Сухополь ауылында йәшәгән Айрат һәм Гөлзифа Вәлиевтар бар мөлкәтен юғалта. Яңы ремонт, кейемдәр, документтар һанаулы минуттар эсендә көлгә әйләнеп, 8 кешенән торған ғаилә урамда тороп ҡала.
Вәлиевтар был йортто яҡынса 15 йыл элек әсәлек капиталына һатып ала. Янғындың сәбәбе – сымдарҙа ҡыҫҡа ялғаныш барлыҡҡа килеүе, тип һығымта яһай белгестәр. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе нимәнелер ҡотҡарыу һуң була инде.
Район хакимиәте ваҡытлыса йәшәп торорға өй тәҡдим итә, әммә унда бер нәмәһеҙ тороп ҡалған ҙур ғаиләгә йәшәр өсөн шарттар булмай. Ата-әсәләренең ҙур булмаған өйөндә алты бала һәм дүрт өлкән кеше көн күрә башлай. Күп балалы был ғаиләгә бер нисә йыл элек район үҙәгенән ер участогы бирелгән була, ғаилә шунда өй һалырға ҡарар итә.
Уларҙың бәләһе бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Рәсәй геройы М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр мобиль отряды ҡайғылы хәбәрҙе ишеткәс тә ярҙамға ашыға, йорт өсөн бура хәстәрләй башлай. Вәлиевтарҙы ауылдаштары ла ярҙамдарынан ташламай, изге күңелле кешеләр бүтән райондарҙан да ҡушылалар, һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итә.
Ирекмәндәр бер нисә тапҡыр өмә үткәрә, бөгөнгө көндә нигеҙен һалып, бураны күтәргәндәр ҙә инде. Әммә хәҙер уларға ҡабаланырға кәрәкмәй. Күп балалы ғаиләне йәлләп йөрәктәре өҙөлгән Архангел районы халҡы социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан республикаһы башлығына хат менән мөрәжәғәт итә. Радий Фәрит улы был мәсьәләне яуапһыҙ ҡалдырмай, үҙ күҙәтеүе аҫтына ала... “Һәм кисә, 15 октябрь, бәләгә тарыған Вәлиевтар ғаиләһе өсөн дә, улар өсөн янып-көйгәндәр өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булды: ғаиләгә “Изге эштәр” хәйриә фонды тарафынан һатып алынған өс бүлмәле фатирҙың асҡысы тапшырылды!” – тип ҡыуаныслы хәбәр менән бүлеште Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев. Район депутаттары, предприятие етәкселәре, эшҡыуарҙар ярҙамы менән йәшәп китергә бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырыла: һауыт-һабаһынан алып түшәк кәрәк-ярағына тиклем һатып алына.
Вәлиевтар ғаиләһе ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә оло рәхмәтле...
Читайте нас: