+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2020, 12:05

Балаларға ШИҒЫРҘАР

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА ЮЛ ЯПРАҒЫIҮкерә генә Айыу,Ашҡаҙаны ауырта.“Ауырта, уф, ауырта!” —Бер тора ла бер ята. Кәңәш бирҙе Төлкөкәй:“Түгел, — тине, — был көлкө,Юл япрағынан төнәтмәЭс һин, дуҫым, бер килке!” Юл япрағы күп күп икән,Йолҡоп сыҡты тамырынАйыу тиҙ-тиҙ-тиҙ генә,Юл япрағы, түҙ генә! Айыу тапты сараһын,Эсте-эсте төнәтмә,Төнәтмә тиҙ йүнәтәАшҡаҙандың яраһын. Айыу бейей һикерә,Ауыртмай бер ере лә,Йыйылдылар күршеләреБергәләшеп бейергә. IIӘ бер көндө ни булды?Урман “аһ”, “уф”ҡа тулды.Хәҙер Төлкө аҡыра,Ҡолаҡ тондо ахырҙа...(дауамы - сайтта)

Ашҡаҙаны ауырта,
Күп ашаған тауыҡты.
Ауырта шул, ауырта,
Төлкө тамам ябыҡты.
Юл япрағын йыйырға
Барғайны ла — ни күрһен,
Айыу аҡтарған тамырын:
“Төлкө, — тигәнме, — үлһен!”
Төлкө һаман аҡыра,
Юл япрағын таптыра.
Айыу тотҡан тәпәнен:
“Төлкө, һиңә әйтәмен:
Түҙһәңсе һин аҙыраҡ,
Булһаңсы сабырыраҡ,
Тәпәнемдә — төнәтмә,
Эсә һал һин, мә, тәмлә!”
Шунан, тиһең, ни булған?
Төлкөкәй тиҙ һауыҡҡан,
Һауығыуын һауыҡҡан,
Баш тартмай, ти, тауыҡтан.
III
Юл япрағын алып ҡайтып
Ултыртырға күп итеп
Төлкөкәй менән Айыу
Күрше урманға китте.
Алдан Төлкө йүгерә —
Айыу саҡ-саҡ өлгөрә.
Икеһе лә сәләмәт;
Ҡош-ҡорттарҙы, йәнлектәрҙе
Бара улар сәләмләп!
Читайте нас: