+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2020, 14:16

Маска кейәһеңме?

Йәмәғәт транспорттарында был йәһәттән күҙәтеүҙе көсәйттеләр.

Кисә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Роспотребнадзор вәкилдәре, ГИБДД һәм МВД хеҙмәткәрҙәре Өфөлә сираттағы рейд үткәрҙе. Улар эш барышында йәмәғәт транспорттарында маска режимының үтәлеү-үтәлмәүен тикшерҙе.
Был йәһәттән сентябрь урталарынан күҙәтеү көсәйҙе.
Транспорттарҙа маска режимын боҙоусыларға (водитель йәки пассажир булыуҙарына ҡарамаҫтан) беренсе тапҡыр 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем штраф һалына, был хәл икенсе тапҡыр ҡабатланһа, штраф суммаһы 5 меңгә тиклем күтәрелә. Вазифалағы кешеләр өсөн штраф суммаһы тәүҙә 5 меңдән алып 15 мең, әгәр ҡабатлап штраф һалынһа 15 меңдән алып 30 мең тәшкил итһә, юридик йөҙҙәр режим боҙоуҙары өсөн тәүҙә 50 меңдән алып 100 меңгә тиклем, икенсе тапҡыр тотолһалар, 100 меңдән алып 200 меңгә тиклем штраф түләйәсәк.
Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, был тәү сиратта беҙҙең өсөн хәүефһеҙлек сараһы.
Читайте нас: