+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2020, 13:29

Каникулдар оҙайтыла

Моғайын һәр бала “Эх, каникулдар күберәк булһын ине” тип теләйҙер. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, көҙгө каникулдар теүәл бер аҙнаға оҙайтылды. Ялдар ҡасан башлана, ҡасан бөтә, колледждар, юғары уҡыу йорттары студенттары ниндәй тәртиптә уҡый?

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы көҙгө каникулдар бер аҙнаға алда – 19 октябрь башлана һәм 4 ноябргә тиклеп дауам итә.
Каникулдарҙың оҙайтылыуы белем биреү сифатына ҡамасауламаясаҡ, был йәһәттән уҡыу программаһы үҙгәрештәргә ҡарап ҡулайлаштырыласаҡ.
Башҡортостан Башлығының Указы буйынса колледждар һәм юғары уҡыу йорттарының беренсе курс студенттары 1 сентябҙән алып 1 ноябргә тиклем ҡәҙимге тәртиптә уҡый, башҡа курстар өсөн уҡыу – дистанцион тәртиптә.
Читайте нас в