+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2020, 21:10

Хыялдар тормошҡа ашыусан

Ҡайһылай бай, бәхетле йәшәй, тип көнләшеп ҡараған барыһына ла: "Эй кешеләр! Ишетегеҙ: ысын байлыҡ - ул һаулыҡ һәм әсәй-атай булыу!" - тип ҡысҡырғыһы килә уның...



Бәләкәй саҡта ул гел: "Мин бай кешегә кейәүгә сығасаҡмын, минең аҡсам күп буласаҡ..." - тип хыялланды. Ҡупшы ғына кейенеп, урам буйлап эре генә үтеп китерен, һәр бүлмәлә телевизор торған ҙур өйөн, иркен урамын күҙ алдына ап-асыҡ итеп баҫтырҙы. Быға аптырарға ла түгел: бәләкәй генә өйҙә, бер-береһенең кейемен кейеп алты бала үҫте улар. Етеш ғаиләлә, теләгәнен ашап, теләгәнен кейеп, теләгәнен алдыртып йәшәгән тиңдәштәренән үлеп көнләште шуға. Шул мәлдәрҙә тыуҙы ла инде үҫмер ҡыҙ күңелендә "Минең бөтөн нәмәм дә буласаҡ, мин нужа күрмәйәсәкмен!" - тигән сәм.
Әле, инде ҡырҡҡа еткәндә, ошо теләге йыш иҫенә төшә ҡатындың. Ә бит барыһы ла тормошҡа ашты! Ныҡ итеп теләһәң, ысынлап та Алла бабай ишетә икән... "Их!.. Шунда ишетмәгән булһасы!" - тип әсенеп уйлай ул хәҙер. Теләктәрҙе бик һаҡ, уйлап теләр кәрәк икәнен инде аңлай ҙа бит, әммә нимәнелер үҙгәртергә һуң инде...
Йәш саҡта барыһы ла булды: ҡайнар мөхәббәтен дә татыны, юғары белем дә алды, донъяның артына ла тибеп йәшәне. Тик... быларҙың барыһы ла бөтөнләй ҙә бәхет түгел икән. Бала саҡҡа ҡайтып булһа, тормошон икенсе төрлө күҙ алдына килтерер һәм икенсе нәмәләргә ынтылып йәшәр ине. Уның башына һаулыҡ тураһындағы уй башына ла инеп сыҡмаған бит! Ә ауырыу булһаң, бына әлеге кеүек һыҙланыуҙан башың сыҡмаһа, тормоштоң йәме бөтөнләй юҡ! Унан, баланы, әсәлек хистәрен бер ниндәй байлыҡ та алыштыра алмай икән... "Әсәй!.." Ошо һүҙҙе ишетер өсөн бөтә нәмәһен бирергә риза бөгөн ҡатын, әммә... ғүмерлеккә мәхрүм ул был бәхеттән.
Ҡайһылай бай, бәхетле йәшәй, тип көнләшеп ҡараған барыһына ла: "Эй кешеләр! Ишетегеҙ: ысын байлыҡ - ул һаулыҡ һәм әсәй-атай булыу!" - тип ҡысҡырғыһы килә уның...
Читайте нас: