-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2020, 13:22

"Үҙеңә ҡара" уйыны

Уйын бәләкәстә күҙәтеүсәнлекте, иғтибарҙы арттырырға, әйткәнде дөрөҫ аңларға һәм уны үтәргә ярҙам итер.

Был уйын 1,5-2 йәше тулған балалар менән уйнарға тәҡдим ителә. Уйын бәләкәстә күҙәтеүсәнлекте, иғтибарҙы арттырырға, әйткәнде дөрөҫ аңларға һәм уны үтәргә ярҙам итер.

“Әгәр һин туфли (“топ-топ”) кейгән булһаң, һикер” тип “эш” ҡушаһың. Унан алда балаға: “Һинең аяғың ҡайҙа? Аяғыңда туфлийың бармы? Күрһәт әле миңә”, - тигән кеүек һорауҙар менән әҙ генә ярҙам итеп ебәрергә мөмкин. Бала туфлийына күрһәтһә, һикерергә ҡушаһың.
“Әгәр носки кейгән булһаң, тыпырлат”, “Әгәр күлдәк кейгән булһаң, сәпәкәй ит”, “Әгәр салбар (колготки) кейгән булһаң, ҡулдарыңды күтәр” ише төрлө наказдар бирергә мөмкин.
Читайте нас: