Быйыл, беҙҙең 51 -се башҡорт балалар баҡсаһында "Алмаҡай " төркөмөбөҙҙө полингвиаль төркөм итеп астылар. Дәрестәребеҙҙе өс телдә алып барабыҙ. Шул тиклем матур итеп һөйләшкән башҡорт балаларыбыҙ бар, тик уларҙы ғына тыңлап ултырғы килә. Үҙҙәре яңы ғына төркөмгә килеүгә ҡарамаҫтан, оҫта йырларға, бейергә, уйнарға яраталар. "Өләсәй", "Башҡортостан - илгенәм" йырҙары, “Сәп-сәп-сәпәкәй", "Был мин" шиғри уйын, бармаҡ уйындарын яратып башҡаралар.