+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Октябрь 2020, 23:38

Йомаҡ ҡояйыҡ

Хайуандар тураһында йомаҡтар

Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә.(һарыҡ)

Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы.(эт)

Энәһен тотҡан,
Юл буйына сыҡҡан.(терпе)

Урмандан сығыр,
Ялан буйлап сабыр.(ҡуян)

Ҡышын аҡ, йәйен һоро.(ҡуян)
Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. (айыу)
Энәһе күп: йөҙләп-меңләп,
Бер ни тегә алмай йүнләп. (терпе)
Ҡуян ҡолаҡлы, ат тояҡлы. (ишәк)

Муйыны – дуға, арҡаһы – эйәр. (дөйә)

Туны бар – сапаны юҡ,
Мыйығы бар – һаҡалы юҡ. (бесәй)
Читайте нас: