БАШҠОРТОСТАН
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле-татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
Тыуған илем, ғәзиз төйәккәйем!
Тыуған илем, ғәзиз төйәккәйем,
Бармы ерҙәр һинән гүзәле?
Күлдәр, йылғаң, тауың, урмандарың —
Хозурлыҡтың берҙәм үҙәге.
Шифа һыулы сығанаҡтар ере —
Бармаҡтар ҙа етмәй һанаһаң,
Башҡорт балың, ҡымыҙҙарың менән
Бар донъяға даның таралған.
Ҡайҙа үҫә тағы тажлы ҡурай?
Талғын елдә сихри көй көйләп,
Ҡулдарыңа алып бер тын өрһәң,
Үткәндәрҙе бирә ул һөйләп.
Башҡа илдә күреп буламы һуң —
Ап-аҡ ҡышты, йәмле яҙҙарҙы,
Йәйҙәрҙән һуң мул уңышы менән
Алтын келәм йәйгән көҙҙәрҙе?
Ер шарында ҡабатланмаҫ ил һин —
Башҡортостаным — ғәзиз төйәгем!
Киләсәккә өмөт менән ҡарап:
“Илем!” — тип, типһен һәр кем йөрәге!
БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ
Башҡортостан флагында
Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.
Зәңгәр күктә талпына ул,
Аҫыл ҡош ҡанатылай.
Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.
Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.
Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”