Был хаҡта кисә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеп үтте. Етәксе билдәләүенсә, үрҙә һанап үтелгән объекттар ошо йылдың аҙағына тиклем сафҡа инергә тейеш. Улар ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһының төп йүнәлештәрен тәшкил итә.
Ауыл ипотекаһы программаһы ла ҙур һорау менән ҡулланыла. Торлаҡ өсөн аҡса биреү йәһәтенән Башҡортостан Рәсәй буйынса икенсе урынды биләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың март айында үрҙә һанап үтелгән программаларҙы бойомға ашырыуҙың әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барғайны. Илде яңы кимәлгә сығарыу өсөн ауылдарҙа йәшәү сифатын арттырыр кәрәк тигән фекерҙә Президент.