Бала бушҡа ғына мыжымай һәм көйһөҙләнмәй. Уның сәбәптәре була:
- берәй ере ауырта;
- асыҡҡан йә арыған;
- берәй күңелһеҙ ваҡиға булған йә ҡурҡҡан;
- саф һауала йөрөү, физик күнегеүҙәр етмәй, йәғни энергияһын тейешенсә сарыф итеп бөтмәй;
- эшләргә теләй;
- асыулы ата-әсәһен ҡабатлай, уларҙың холҡон отоп алған...