+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октябрь 2020, 12:20

Һикергес менән һикереүҙең файҙаһы ҙур

Һикереү һөйәк туҡымаһын нығыта, яҫы табанлылыҡтан һаҡлай, кәүҙәне дөрөҫ һәм матур тоторға өйрәтә.

Элегерәк һикергес менән һикереү балаларҙың яратҡан уйындарының береһе ине. Һикереү буйынса ярыштар ҙа ойошторола ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һикергестең ни икәнен дә белмәгән ҡыҙҙар һәм малайҙар бар. Әммә балаһының сәләмәтлеген ҡайғыртҡан ата-әсә сабыйында был уйын төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмаҫ.
Һикергес – ул супертренажер. Ябай ҙа, файҙалы ла, уңайлы ла. Урамда ла, өй эсендә лә шөғөлләнеп була. Уның ярҙамында көс, сыҙамлыҡ, тиҙлек, йылғырлыҡ кеүек төп сифаттарҙы үҫтерергә мөмкин.
Әлбиттә, һикереүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, ауыр кәүҙәле йә булмаһа сәләмәтлеге шәптән булмаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға бындай күнекмәләр менән артыҡ мауығырға кәңәш ителмәй. Йөрәк тибешен дә һәр саҡ контролдә тоторға кәрәк. Ғөмүмән, һәр кемгә лә һикереүҙе әҙ-әҙләп башлап, әкренләп арттыра барырға тәҡдим ителә.
Һикергес менән һикереүҙең файҙаһы ҙур, айырыуса балаларға. Сөнки улар тиҙ үҫә, ә һикереү һөйәк туҡымаһын нығыта. Тағы ла ул яҫы табанлылыҡтан һаҡлай, кәүҙәне дөрөҫ һәм матур тоторға өйрәтә.
Читайте нас: