-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октябрь 2020, 23:30

АСҠЫН РАЙОНЫНДА ҮТКӘН ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫНДА ҠАТНАШЫУСЫ АЛИНА УСМАНОВА - БАЛЫҠСЫ ЫРЫУЫ ҠЫҘЫ!

Оҙон сәсле, зәңгәр күҙле Мин башҡорт ҡыҙы булам. Ата-бабам тамырҙары - Балыҡсы ырыуынан.Елән, камзул кеймәһәм дә, Үҙ шәжәрәмде беләм!Ғорурмын һәм бәхетлеменМин башҡорт булыуымдан.

Ошондай матур юлдар менән башлана Алина Усманованың уҡытыусыһы Фларида Ҡыяметдин ҡыҙы етәкселегендә башҡарған шәжәрә төҙөү эше буйынса тикшеренеү эше.
Шәжәрәлә 18 быуын асыҡланған. 10-сы быуындан 18 -гә тиклем балалар ҙа индерелгән, тыуған йылдары ла күрһәтелгән.
Алина ауыл тарихына ла туҡтала, ауылдың ер-һыу атамаларын да, халыҡ араһында йәшәп килгән риүәйәт һәм легендалар, тыйыуҙар, йолалар ҙа, йырҙар, уйындар, мөнәжәттәр, бәйеттәр ҙә миҫалға килтерә. Диалект телендәге һүҙҙәрә ҙә бик үҙенсәлекле, иғтибарға лайыҡ.
Олатаһы Мөхәмәтғаян Усман улы Усманов тураһында ла ғорурланып бәйән итә.

Олатайым Усманов Мөхәммәтғаян Усман улы 1937 йылдың 26 апрель айында Асҡын районы Иҫке Күскилде

ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлау менән хәрби хеҙмәткә алына. Армиянан ҡайтҡас, өләсәйем Миңлейыһания

Миңлемөхәмәт ҡыҙы менан парлы тормош юлына баҫа. Икәүләп Силәбе өлкәһенә юлланалар. Олатайым унда комбайнсы- тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Ҡайтып совхозға эшкә инәләр: береһе - комбайнсы-тракторсы, икенсеһе - һауынсы. Олатайым ферма мөдире лә булып эшләгән. Совхоз таралғас, хаҡлы ялға сығалар.

Өләсәйем менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.

Олатайым өләсәйҙе иртә юғалтып, бер үҙе донья көтә. Ул ҡул эшенә минең атайымды ла өйрәтә. Бик күп китаптар уҡырға яратҡан.

Олатайыбыҙҙы беҙ күберәген һөйләүҙәрҙән беләбеҙ,сөнки беҙ бик бәләкәй булғанбыҙ. Ул 74 йәшендә донья ҡуйған.

Уның тормош юлдарын,фотоларҙы күрһәтеп, аҡ әбәйҙәр һөйләне. Беҙ уны яҡындан белмәһәк тә, яратабыҙ.

Минең ҡарт олатайым

Ҡарт олатайым Ғәлимов Усман Ғәлим улы тураһында һөйләгем килә.Үкенескә ҡаршы, беҙ уларҙы белмәйбеҙ. Ул 1900 йылда Асҡын районы Иҫке Күскилде ауылында тыуған. Уның ғүмер юлы ваҡиғаларға иҫ китмәле бай. Ул Граждандар һуғышын да, репрессия йылдарын да күргән кеше. Улар ҡарт өләсәйебеҙ менән заманына ҡарата бай ғына тормош көткән. Колхозға инеп, уял белмәйенсә тир түккәндәр. Был тормош юлдарын һуғыш үҙгәртә.1941 йылда иптәштәре менән фронтҡа китә. Ауыр яраланып, тыуған яғына ҡайтарыла. Яралары төҙәлеп бөтмәһә лә колхоз эшенә сыға.Ә инде 1943 йылда фронтҡа ҡабат саҡыртыла. Шул уҡ йылдың яҙында яуҙа һәләк була. Хеҙмәттәштәре менән ул Тульск өлкәһе, Чагадаева ауылында ерләнә. Уларҙың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылған.

Ҡарт олатайым менән ғорурланам.

Наилә ИМАЕВА.

"Йәнтөйәк" гәзитенән алынды.

Читайте нас: