+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2020, 17:05

Йәш ата-әсәләргә бер нисә кәңәш

Бала бер үк нәмәне көнөнә әллә нисә тапҡыр эшләтһә лә, ялҡмай.

* Бер нисә хайуандың (айыу, ҡуян, сусҡа һб) йә предметтың һүрәте н төшөрөргә өйрәнеп ҡуйығыҙ. Һеҙ йыбанһағыҙ ҙа, бала кеше бер үк нәмәне көнөнә әллә нисә тапҡыр эшләтергә бер ҙә ялҡмаясаҡ. Шулай уҡ бер үк әкиәттән дә ялҡмаясаҡ.

* Өлкәнерәк балалар өсөн секундомер бик шәп эш эшләткес. Әйтәйек, алдына ҡуйылған ашты ашап бөтөүен теләһәгеҙ, бүлмәһен йыйыштырта алмаһағыҙ, ботинка бауҙарын бәйләмәй аптыратһа, ғөмүмән берәй нәмәне тиҙерәк эшләтәм тиһәгеҙ, "нисә секундта" ысулын ҡулланырға була.

* Бөтә балалар ҙа тәмлекәс ярата. "Кәнфитте күп ашарға ярамай", "юҡ, бөттө" тигән яуаптарҙан ҡасыу өсөн, аҙналыҡ "меню" төҙөп ҡуйырға мөмкин: дүшәмбе - кәнфит көнө, шишәмбе - ҡоймаҡ, бәлештәр көнө, шаршамбы - печенье көнө һб. Был йола, беренсенән, был көндө ҡыҙыҡлы итһә, икенсенән, бала түҙергә, көтөргә өйрәнә.

* Балалар әҙ генә атлап бара ла, күтәр, тип мыжый башлай. Күтәрер алдынан алдаштырып ҡарарға мөмкин. Әйтәйек, ҡуян йә баҡа булып һикереп барырға, маршҡа баҫырға, айыу кеүек атларға һб. (Гүзәл арыным тип илай башлаһа, әйҙә атыу икенсе ҡулыңдан етәкләйем, тип икенсе яҡҡа сығарып етәкләп ала торғанбыҙ)))

* Өлкәндәр өсөн генә түгел, бала кеше өсөн дә көндәлек планды белеү ҡамасауламай. Йоҡонан торғас, ҡыҫҡаса ғына бөгөн уны нимәләр көтә икәнен һанап сығыр кәрәк. Әйтәйек, "хәҙер кейенәбеҙ ҙә, балалар баҡсаһына китәбеҙ. Аҙаҡ "развивайка"ға барабыҙ. Кисен өләсәйҙәргә инеп сығырбыҙ".
Читайте нас: