+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2020, 01:30

РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ ҠОТЛАУ

Республика көнөнә ҡарата тантаналы йыйылышта Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коомуналь хужалығы министры Владимир Якушев Башҡортостан халҡын ошо байрам менән тәбрикләне.

Министр шулай уҡ төрлө өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә тантаналы рәүештә дәүләт наградалары тапшырҙы.
"Башҡортостандың оло байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был байрам тыуған ерҙе, илде яратыу байрамы. Был байрам күп һәм дуҫ милләтле республиканың күркәм байрамы! Башҡортостан Рәсәй дәүләтенең көслө төбәгенең береһе булып ҡала килә. Уның төп байлығы - татыу халҡы. Артабан да уңыштар теләйем", - тип сығыш яһаны Владимир Якушев.
Читайте нас: