+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2020, 16:10

МӘКТӘПКӘ ИСЕМ БИРЕЛДЕ

Ғафури районы Ҡауарҙы урта мәктәбендә тантаналы байрам булып үтте. Мәктәпкә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова-Ҡалмырҙинаның исеме бирелде.

Ҡауарҙы урта мәктәбенә ингәс тә, Назафат Хәлил ҡыҙына стенд эшләнде. Шулай уҡ таҡтаташ ҡуйылды. Быларҙың барыһын да танылған уҡытыусының улы Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин һәм уның балалары ойошторҙо.
Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт номерҙары менән сығыш яһап, байрамға йәм өҫтәне.
Читайте нас: