+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2020, 18:50

ҺАУМЫ, "АҠБУҘАТ!"

"Аҡбуҙат"ыбыҙға төркөм менән яҙылып һеҙгә сәләмдәребеҙҙе тапшырабыҙ.

Беҙ - Бөрйән районы Яңы Усман ауылы балалар баҡсаһы тәрбиселәре һәм тәрбиәләнеүселәре. Һеҙҙең менән бәйләнешкә сыҡҡанға бик шатбыҙ. Төркөмдә 19 бала йөрөй, фотола 15 кенә. Быйылғы йылдың афәте беҙгэлэ йоғонто яһаны. Ә шулай ҙа баҡсабыҙ ҙа уҙғарылған сараларҙан ситтә тороп ҡалмайбыҙ, төркөмөбөҙ менән әүҙем ҡатнашабыҙ. Баҡсабыҙҙа “Бетерә"" ансамбеле эшләп килә.
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына - фольклор ға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сөнки үҙен башҡорт тип һанаған, һәр бала халҡыбыҙҙың, үҙенең телен, йолаһын, ғөрөф ғәҙәттәрен белеп үҫергә тейеш. Бәләкәй балаларҙың йәрәгенә, күңелдәренә бына ошо “орлоҡ һалыуҙы” маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Төркөмөбөҙҙө юғары категориялы тәрбиәселәр: Рузалия Фәйзулла ҡыҙы Ҡаһарманова һәм Милэушэ Юныс ҡыҙы Баязитова алып бара.
Республика күләмендә үткән," Урал батыр" конкурсының асыу тантаһында сығыш яһап, 1-се, 2-се урындар яуланыҡ. Ике йәшлек кенә булһа ла Зарина Йосопова ҡобайырҙан 48 юл ятланы. Шулай уҡ "Өмөтлө,киләсәк" конкурстарында ла милли бейеүҙәр: "Шәл бәйләнем", Башҡортостаным - минең бишегем", республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған бейеүҙәр менән ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ "Ҡаҙ өмәһе" бейеүе менән күп уңыштарға өлгәштек.
Беҙгә илгән ҡунаҡтарбыҙға, милли ҡурайыбыҙҙы төшөрөп, мендәрҙәр бүләк иттек.
Читайте нас: