+3 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
10 Октября 2020, 13:50

Ә һеҙ ишек нимә өсөн кәрәк икәнен беләһегеҙме?

Бына ни өсөн икән!

Ҡыҙым менән тупһала ултырабыҙ. Ишек асыҡ.
- Әсәй, ишек нимә өсөн кәрәк?
- Өйгә һыуыҡ инмәһен, тышҡа йылы сыҡмаһын өсөн ябып ҡуйырға, - тигән булам.
- Тағы?..
- Себен, серәкәй инмәһен өсөн...
- Тағы?..
- Инеп-сығып йөрөр өсөн...
- Тағы?..
- Бандиттар инмәһен өсөн...
- Тағы?
- Тағымы? Тағы...
Мин нимәлер уйлағансы:
- Балалар сығып ҡасмаһын өсөн!.. - тип үҙенең яуабын әйтеп ҡуйҙы)))
Читайте нас