+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Октябрь 2020, 14:13

Атай, мин көрәшкә яҙылам!

Башҡортостандың 46 мәктәбендә көрәш өсөн тәғәйенләнгән спорт залдары асылды.

Кисә онлайн тәртиптә үткән тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Республиканың 40 район-ҡалаһында асылған спорт залдары көрәш менән шөғөлләнеү өсөн бар кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән.

Көйөргәҙеләр был мөмкинлектәргә шат. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙҙәрендә хәҙер яңы зал булыуы хаҡында әйтте, киләсәктә көрәш буйынса чемпиондар тәрбиәләрбеҙ, тип өмөт бағланы.

Был райондың биш ауыл мәктәбендә милли көрәш секциялары эшләп килә икән.

Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тренерҙар һәм уҡыусылар Радий Хәбиров менән видеобәйләнеш аша “күреште”. Башлыҡ тантана һуңында “Ауыл тренеры” республика программаһы буйынса сертификаттар ҙа тапшырҙы. Уларға Баймаҡ, Бәләбәй, Өфө, Кушнаренко районынан спорт уҡытыусылары лайыҡ булды.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Ауыл тренеры” программаһын булдырыу хаҡында тәү башлап теүәл бер йыл элек һүҙ ҡуҙғатҡайны.

Ауыл ерҙәрендә эшләргә теләгән спорт белгестәренә ярҙам ҡулы һуҙырға, “Ауыл табибы” кеүек программа булдырырға кәрәк”, – тигәйне ил башлығы.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда был программаны йыллыҡ финанслау 60 миллион һум тәшкил итә.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас: