+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Октябрь 2020, 14:05

Хаталар яһау - тәбиғи

Уларҙы ғәфү үтенергә өйрәтер өсөн ата-әсә үҙе өлгө булһын ине.

Бөтә балалар ҙа хаталана. Бер кем дә барыһын да белеп тыумай. Уның уйынға әүрәп, нимәгәлер мауығып китеп онотоп ебәреүе лә ихтимал бит әле. Был – тәбиғи. Уға әҙер булырға кәрәк. Бала ниндәйҙер эш боҙһа ла үҙен алама тип уйламай, әгәр ата-әсәһенең реакцияһы шундай уйға төшөргә мәжбүр итмәһә. Хаталар – тәбиғи, нормаль, ҡотолғоһоҙ күренеш. Бала был принципты аңлаһын өсөн, ата-әсә үҙе лә балаһы, бер-береһе алдындағы хаталарын таный белергә тейеш.
Әгәр бәләкәс ололарҙың ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек, хилафлыҡ өсөн ғәфү үтенә белеүен күреп йөрөһә, үҙе лә хаталары өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәнә. Уларҙы ғәфү үтенергә өйрәтер өсөн ата-әсә үҙе өлгө булһын ине.
Сабый был донъяға ата-әсәһен яратыу һәләте менән килә, әммә үҙен ярата һәм ғәфү итә белмәй әле. Үҙеңде яратыу ата-әсә мөнәсәбәтенән һәм уларҙың хаталарын нисек ҡабул итеүҙәренән килә. Әгәр балаларҙы хатаһы өсөн оялтмайҙар һәм язаға тарттырмайҙар икән, был уға үҙеңде яратыу һәм камил булмауыңды ҡабул итә белеү кеүек тормошта мөһим сифаттарға өйрәтер. Бойороу рынына үтенеү, яза урынана дәртләндереү саралары табыу, һуғыу урынына – тайм аут...
Читайте нас: