+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2020, 17:05

ЙОМАҠ - ӘКИӘТ

Өләсәй әкиәт һөйләй, ләкин уның нисек аталғанын әйтмәй. Бәлки, һеҙ, кескәйҙәргә әкиәттең исемен табырға ярҙам итерһегеҙ?

Борон-борон заманда йәшәгән ,ти, бер әбей менән бабай.Уларҙың Байбулды, Алдар, Яҡшыбай исемле өс улы булған. Бабай ғүмере буйы батша аттарын ҡараған. Яҡшы эшләгән өсөн. Бай уға тай биргән.Улдары буй еткәс, атаһы һәр береһенә ат биреп, ил гиҙергә сығарып ебәргән.
Оло улы Байбулды бик аҡса яратҡан. Ул атын икенсе көнөнә үк һатып, ҡиммәтле кейемдәр алып кейгән дә батша һарайына юлланған.Үҙен бай эшҡыуар итеп күрһәтеп, батшаның ҡыҙын һоратҡан. Батша ҡыҙы егетте бик оҡшатҡан. Ҡыҙына ҡаршы бара алмай, батша ризалығын биргән.
Алдарбай бик хәйләкәр, сос булған, алдашырға яратҡан. Ул, ауылдар буйлап йөрөп, хәйлә ҡорған. Атын бер кешегә һатып, ә төнөн кире урлап, икенсе кешегә һатып, унан да урлап алыр булған.
Яҡшыбай бейә алыуына шатланып, атаһы менән әсәһенә рәхмәттәр әйтеп, юлға сыҡҡан. Аты арығансы барған да, бер урман ситенә ҡыуыш эшләп, шунда йәшәй башлаған. Ваҡытын әрәм итмәйенсә, урманда ағас әҙерләп, үҙенә ҡупшы ғына өй һалған. Һунарға йөрөп тамаҡ туйҙырған. Бик тырыш булған ул, эштән ҡурҡмаған. Бейәһе йыл да ҡолонлап торған. Яйлап мал үрсеткән. Бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләп һатҡан. Бик билдәле балта оҫтаһы ла булып киткән, ти.
Йылдар үтә тоған, Байбулдының аҡсаһы ла бөткән, ҡиммәтле кейемдәре лә туҙған ,ти. Батша ҡыҙының һөйөүе лә бөткән. Байбулдыны иң ауыр эшкә ҡушҡандар,ти. Ашау өсөн генә эшләп көн күргән.
Алдарбай үҙе кеүек алдаҡсылар менән берләшеп алған. Бер төндә кеше алдап йыйған аҡсаларын бүлешә алмайынса, йәрәхәтләнеп үлгән,ти.
Яҡшыбай үҙ хеҙмәте менән күпкә өлгәшкән. Һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙға өйләнеп гөрләтеп донъя көткән, ти. Атаһы менән әсәһен дә үҙҙәренә күсереп алғандар. Яҡшыбайҙы бөтәһе лә яратҡан,хөрмәт иткән, ти
Читайте нас: