+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2020, 22:00

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Хөрмәтле төркөмдәштәр, “Аҡбуҙат” хеҙмәткәрҙәре - шағирә, журналист,“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның ҡыуанысын уртаҡлаша.

Хөрмәтле төркөмдәштәр, “Аҡбуҙат” хеҙмәткәрҙәре - шағирә, журналист, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның ҡыуанысын уртаҡлаша. Уны "Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Артабан да ижади уңыштар.
Шағирәнең балалар өсөн яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Уҡытыусым!
Ағыла сәскә тулҡыны
Мәктәпкә табан.
Осам мин дә. Аяҡ аҫтын
Тоймай ҙа табан.
Аҡтан, күктән кейенгәндәр
Малайҙар, ҡыҙҙар.
Мәктәп алды гөрләп тора,
Яңғырай йырҙар.
Зыңлап китә еҙ ҡыңғырау,
Әйҙәй үрҙәргә.
Уҡытыусым! Күпме хәстәр
Һинең күҙҙәрҙә.
Бүлмәләргә буяу һеңгән,
Был минең парта?
Ялт итеп тора иҙәндәр,
Ялтырай таҡта.
Уҡытыусым кәңәш бирә,
Әйтә бер теләк:
“Маҡсаттарға етер өсөн
Түҙемлек кәрәк!”
Ошо матур, яҡты көндө
Көтәбеҙ һанап.
Белем көнө хыялдарға
Ҡуя ул ҡанат.

Гөлназ Ҡотоева.
Читайте нас: