-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2020, 12:25

КЕСКӘЙ СӘЙӘХӘТСЕЛӘР

Бөгөн һеҙгә “Аҡбуҙат”ыбыҙҙың кескәй сәйәхәтселәренән йомаҡ тәҡдим итәбеҙ. Һеҙ ошо фоторәсемдәргә ҡарап, бәләкәстәрҙең ҡайҙа, ниндәй урында булыу йомағын сисеп, комментарийҙарға яҙып ихласлы бәхәс тыуҙыра алаһығыҙ. Йәгеҙ, башланыҡ!

Башҡортостаныбыҙ матурлығына, тәбиғәтенең хозурлығына һоҡланып, таң ҡалырлыҡ ерҙәрен иңләп-буйлап та сығырлыҡ түгелдер. Уның һәр районында, ҡала, ауыл биләмәләре эргәһендә уйламаған ерҙә мөғжизәгә тап булырға мөмкин. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә.
Читайте нас: