+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2020, 12:05

БЕРГӘЛӘП УҠЫЙЫҠ!

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНАКем нимә ярата? Бер көн беҙ Фәнис менән йыр дәресе үтә торған бүлмәгә индек. Илһам ағай баянда уйнай ине. Уға ҡамасауламаҫ өсөн шым ғына тәҙрә төбөнә ултырҙыҡ. Моң баяндан түгел, ә Илһам ағайҙың етеҙ бармаҡтарынан һирпелә кеүек. Йөҙө йә етдиләнеп, йә бер балҡып китә.— Шопен бөйөк композитор. Ул иҫ киткес матур көй — соната яҙған. Мин ер йөҙөндә бар нимәнән дә нығыраҡ музыканы яратам,— тине Илһам ағай, уйнауҙан туҡтап...(дауамы сайтта)

  • Ә һеҙ нимә яратаһығыҙ? — тип һораны.
  • Күп нәмә, — тип һөйләп алып киттем мин. — Эт, фил, ат, ҡыҙыл кавалеристар, боронғо һалдаттар, йыраҡ йондоҙҙар, һәм башҡалар.
  • Ул мине уйсан йөҙ, ҙур иғтибар менән тыңланы ла:
    • Ҡара һин уны! Бөтә донъяны яратаһың! — тине.
      Шул вакыт Фәнис үпкәләгәндәй һүҙгә ҡушылды:
    • Таптығыҙ аптырар нәмә. Мин Мараттан да күберәк яратам бөтәһен-бөтәһен!
    • Илһам ағай көлөп үк ебәрҙе:
      • Бик ҡыҙыҡ! Йә әле, серҙәреңде беҙҙең менән дә уртаҡлаш?
      • Фәнис тамағын ҡырҙы ла:
        • Мин аҡ ҡалас, батон, торт, кекс, пряник яратам, — тип теҙеп алып китте. — Пряниктың тульскийын да, баллыһын да. Тағы крәндил, ит, алма, эремсек бәлештәрен, бишбармаҡ, билмән. Балыҡ, ҡыҙҙырылған бәрәңге, ә колбасаны хатта бер килограмм ашап бөтә алам, үәт.
        • Фәнистең һанай-һанай тыны ҡыҫылып китте. Тәрән һулап, беҙгә ҡарап алды ла дауам итергә уйланы. Илһам ағай уны туҡтатып:
          — Эйе, Фәнис, һин бик күүүп нәмә яратаһың. Ә тере йән эйәләренән кемде яратаһың һуң? — тине ул.
          Фәнис уңайһыҙланып:
          — Уф, онота яҙғанмын, тағы ла бесәйемде һәм өләсәйемде яратам, — тип өҫтәп ҡуйҙы.
          Читайте нас: