Телефоныбыҙға беҙ исемдәрҙе төрлөсә яҙабыҙ: “һөйгәнем”, “матурым”, “бәпесем”, “ҡыҙым”, “улым”, “әсәйем”... Араларында, үкенескә ҡаршы, “хайуан”дар ҙа килеп сыға... Телефоныңды үҙең генә тотһаң ярай ҙа, әммә күп ваҡыт атай-әсәйҙең телефоны балалары ҡулында була бит әле. Шул мәлдә әлеге лә баяғы “хайуан” шылтыратһа? Бала алып атаһы менән һөйләшһә? Уның күңеле ни уйларға, ни кисерергә тейеш һуң?
Атай-әсәйҙең бер-береһенә нисек өндәшкәнен, ниндәй тонда һөйләшкәнен ишетеп, бер-береһенә булған ҡарашын тойоп, күҙәтеп, уларҙы ҡабатлап, уларҙан өйрәнеп үҫә сабый. Ғәҙәттә малайҙар аталарына оҡшарға тырыша, ҡыҙҙарҙың әсәләренә оҡшағыһы килә.
Әсәй кеше улына атаһын гел насарлап һөйләй икән, тимәк, ул улы тураһында аламалыҡ һөйләй. Һәм атай кеше ҡыҙы алдында әсәһен битәрләй икән, тимәк, ул шул мәлдә ҡыҙын да битәрләй. Ә һин, үҙеңде тиңләгән кеше насар булһа, үҙеңде яҡшы тип һанай алмайһың...
Атай менән әсәй араһындағы ыҙғыш-талаш – ике ҙур кешенең бер-береһен аңлай алмауы, бер-береһенән риза булмауы. Бында баланың бер ҡыҫылышы ла, бер ғәйебе лә юҡ. Шуға ла өлкәндәр улы йә ҡыҙы алдында талашҡанда, бер-береһенә йәмһеҙ һүҙҙәр менән ҡысҡырғанда бала ике уртала ҡала. Уның өсөн уларҙың икеһе лә яҡын, икеһе лә ҡәҙерле, шуға ла өлкәндәрҙең бер-береһе тураһында әйткән һәр һүҙе баланың йөрәген яралай, уҡ булып ҡаҙала. Уға әсәй ҙә, атай ҙа кәрәк. Ул икеһен дә берҙәй ярата.
Әлбиттә, берәй заман, ҙурайып, тормошто аңлай башлағас, ата-әсәһенең был ҡыланышына икенсе күҙлектән ҡарай, баһалай алыр ул. Әммә әлегә ул бәләкәй, уның әсәһен дә, атаһын да иң яҡшыһы, иң һәйбәте итеп күргеһе, күңелендә шулай һаҡлағыһы килә. Бер-береһен яратыуҙарын, ихтирам итеүҙәрен ныҡ теләй...