Туҡтамыш Ижбулатов тарих биттәрендә улус старшинаһы, башҡорт депутаты һәм сәнәғәтсе булараҡ уйылып ҡалған.
Пермь өлкәһе Барҙа районы Хакимиәте ҡаршыһында уның бюсы ҡуйылды. Бюст авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы Өлфәт Ҡобағошов.
Был объектты бойомға ашырыуға күп көс һалған урындағы башҡорттар ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Туҡтамыш Ижбулатовтың бюсы – әле эш башы ғына. Киләсәктә Пермь башҡорттары ғәйнә ырыуының арҙаҡлы шәхестәренә арналған тулы һәйкәл комплексын төҙөргә йыйына.
Шәхес һыны янына уның шәжәрәһе ҡуйылған, ә бюст урынлашҡан паркта Барҙа районы хакимиәте тарафынан төҙөкләндереү эштәре башланған.
Һәйкәлдәр композицияһы 14 ноябрҙә асыласаҡ.
Пермь өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә Туҡтамыш Ижбулатовтың бюсын әҙерләүҙә Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙам күрһәткән.
Паркта шулай уҡ татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың да бюсы бар. ике милләттең арҙаҡлы шәхестәрен һынландырған һәйкәлдәр араһында “Дуҫлыҡ күпере” тип аталған объект төҙөргә лә йыйыналар.
Туҡтамыш Ижбулатов—Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы.
Ул Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты, мәғдән сығарыусы була.
1767-1769 йылдарҙа Комиссия депутаты булараҡ, ул ислам динен ирекле тотоу, улустарға писарҙарҙы башҡорттар араһынан тәғәйенләү, яһаҡ түләүҙе тергеҙеү һәм тоҙ һалымын ғәмәлдән сығарыу, аҫаба башҡорттар менән тау заводы хужалары араһында ер мөнәсәбәтен көйләү, почта һәм ылау бурыстарын үтәү, Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн эш хаҡы түләү, сауҙагәрҙәрҙең монополияһына ҡаршы тороу кеүек башланғыстарҙы күтәреп сыға.
Салауат Юлаев менән бергә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Ихтилал етәкселәренең береһе булғаны өсөн Екатерина II тарафынан депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителә, әммә старшина булып эшләүен дауам итә.