+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октябрь 2020, 19:15

Уҡытыусы апайҙарҙы бүләкләнеләр

Улар башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта.

Өфөлә иң яҡшы уҡытыусыларҙы бүләкләнеләр. Тантана бөгөн Башҡорт мәғариф һәм үҫеш институтында үтте.

Бүләкләүҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров менән Айбулат Хажин ҡатнашты.

Улар уҡытыусыларға ауыр, яуаплы һәм изге хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙеләр, ҡайнар теләктәрен еткерҙеләр.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо йылдың мартында уҡытыусыларға социаль ярҙам йөҙөнән аҡса түләү хаҡында указ сығарғайны.

Бөгөнгө бүләкләү ҙә сәскә, диплом менән генә сикләнеп ҡалмай, уҡытыусыларҙың һәр береһенә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан аҡсалата бүләк тә тапшырылды.

Читайте нас: