+7 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октября 2020, 13:00

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Зөһрә БӘШӘРОВАШАЯН БЕСӘЙ БАЛАҺЫ Ғаяздың бесәйе шаян,Ҡушаматы ла — Шаян.Йөн йомғаҡты туп итә,Уйнап, сеймәлтеп бөтә.Һыулап йомшаҡ тәпәйҙәрен,Көн дә таҙарта битен,Ҡалдырмай ҡолаҡтың артын,Ҡупшылай ҡойроҡ ситен.Тәмле һөткәйҙе һемерә,Ҡыҫып ҡына күҙҙәрен.Сысҡандар ҙа беләләр шул,Уның ниндәй икәнен.Бесәйҙе уратып алып,Мыйығын тартҡылайҙар.Улай-былай йүгерешеп,Табанын ҡытыҡлайҙар....Күҙҙәрендә ут тоҡана,Ҡолаҡтарын ҡарпайта,Һунарға әҙерләнә лә —Сысҡанды тотоп ҡайта.

Добавить в предпочтительные источники Google
ШАЯН БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Ғаяздың бесәйе шаян,
Ҡушаматы ла — Шаян.
Йөн йомғаҡты туп итә,
Уйнап, сеймәлтеп бөтә.
Һыулап йомшаҡ тәпәйҙәрен,
Көн дә таҙарта битен,
Ҡалдырмай ҡолаҡтың артын,
Ҡупшылай ҡойроҡ ситен.
Тәмле һөткәйҙе һемерә,
Ҡыҫып ҡына күҙҙәрен.
Сысҡандар ҙа беләләр шул,
Уның ниндәй икәнен.
Бесәйҙе уратып алып,
Мыйығын тартҡылайҙар.
Улай-былай йүгерешеп,
Табанын ҡытыҡлайҙар.
...Күҙҙәрендә ут тоҡана,
Ҡолаҡтарын ҡарпайта,
Һунарға әҙерләнә лә —
Сысҡанды тотоп ҡайта.
Читайте нас