+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октябрь 2020, 14:05

Экран ҡолдары

Бөгөн бөтә донъя гаджеттар ҡоллоғонда. Һөҙөмтәһе - аҡылға һай быуын. Был көлкө түгел, был - диагноз.



Йылдан йыл балаларҙың аҡыл кимәле түбәнәйә, хәтере насарая, психикаһы боҙола. Бер нисә йыл элек кенә депрессия тигән сир барлыҡҡа килде. 2007 йылғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге быуын балаларының мейеһендә ҡот осҡос ҙур үҙгәрештәр бара. Уларҙың мейе эшмәкәрлеге 90 йәшлек ҡарттыҡы менән бер.

Быға ышаныуы ҡыйын, әммә статистика мәғлүмәттәре буйынса 7 йәшлек бала үҙенең бер йыл ғүмерен, ә 16 йәшлеге - үҙенең дүрт йыл ғүмерен гаджетҡа бағышлай.

Заман башҡа - заң башҡа, тиеп аҡланырға ярата йәштәр. Тормош алға барыу менәнме ни, кешенең бит биологик һәм физиологик үҙенсәлектәре шул көйө ҡала килә. Мең йыл элек тә кешенең мейеһе 100 миллиард нейрондарҙан торған, хәҙер ҙә шулай. Мейене "туҡландырып" тормаһаң, күҙәнәктәре эшлектән сыға.

1970 йылдан бирле балаларҙың хәрәкәтсәнлеге 90 % ҡа кәмегән! Улар өйҙән сыҡмай. Бала өсөн донъя - ул уның кескәй генә экраны. Тәүге ҡар яуғанын да, ҡыш яҙға алышынғанын да, ерҙең ҡарҙан әрселгәнен дә, ҡоштар йылы яҡҡа китеп-ҡайтыуын да, алтын көҙҙөң күркәмлеген дә - бер нәмә лә күрмәй үҫә бала хәҙер. Тормошто ул экран аша күҙәтә. Бахыр түгелме ни шундай бала? Ул бит ысын тормоштан мәхрүм. Ҡарҙың тәмен дә, йәйғорҙоң йәмен дә, көҙгө урман һауаһының сафлығын да татып ҡарамаған. Урамда туп типмәгән, ҡош ауламаған, ямғырҙа һыуланмаған.

Кеше - тәбиғәт балаһы. Баланы үҙ мөхитенән айырып, гаджет ситлегенә ултыртып ҡуйыу - ул тик һеҙҙең, мотлаҡ һеҙҙең енәйәт, ата-әсәләр. Заманға һылтау дөрөҫ түгел. Тормош ул бер ҡасан да еңел булмаған. Һынау артынан һынау үтә кешелек. Әммә кеше бит бөжәктән үҙенең аҡылы менән айырылып торорға тейеш. Бөжәк ауға сырмалғанын күҙәткәнегеҙ бармы? Эй, башһыыҙ, күрәләтә килеп ҡаптың, тип әйткәнегеҙ ҙә барҙыр. Ул бит бөжәк, эйе, ул - башһыҙ. Ә беҙ бит - кеше. Ниңә һуң күрәләтә бала ҡулына телефон тотторабыҙ? Рәхәт бит! Тышта һәптәнләмәй, күҙ алдында ята тауыш-тынһыҙ.

Тыштан стимул булмайынса мейе үҫешмәй. Тормошто экран аша түгел, үҙе татып, тәмләп, тотоп ҡарап өйрәнергә тейеш бала. Мең йыл элек тә шулай булған, хәҙер ҙә шулай.

Йоҡоноң әһәмиәте тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр. Уҡытыусылар ғына беләлер ярты төн Интернетта ятҡан баланың ниндәй була икәнен. Ата-әсә балаһын иртәнсәк уята ла сығарып ебәрә. Ә баланың мейеһе әле йоҡлай. Дәрестә зомби кеүек ултыра.

Кеше Интернет барлыҡҡа килеү менән белемлерәк булып киттеме? Юҡ. 30 йәшлектәрҙең аҡылы 15 йәшлек балаларҙыҡына, 40 йәшлектәрҙеке - 25 йәштекенә тиң, тип бара ғалимдар. 10-15 йылдан нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Нимә эшләргә?
✅ Бер-ике йәшлек балаға телефондан йәнһүрәт күрһәтмәҫкә. Ошо йәштән гаджет ҡоллоғо башлана. Телевизорҙан ҡарау ваҡытын да сикләргә.
✅ Китап уҡығыҙ. Ата-әсәһе китап яратҡан бала китапты гаджетҡа алыштырмаясаҡ. Журналдар алдырыгыҙ. Һәр яңы һанын бала менән бергәләп уҡып сығырға ваҡыт табығыҙ.
✅ Үҙегеҙ бала алдында телефон тотоп ятмағыҙ.
✅ Һәр баланың яратҡан шөғөлө булырға тейеш. Көҙ көнө бергәләп гербарий йыйығыҙ. Ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән бешеренергә өйрәтегеҙ. Малайҙар атаһына булышһын. Һүрәт төшөрөү, пазл йыйыу, шахмат, домино - былар бөтәһе лә мейе үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
✅ Спортҡа ылыҡтырыу. Ғаилә менән бергә урамда йә паркта волейбол, футбол уйнау, йүгереү. Атай кеше малайҙары менән хоккей, теннис, бокс клубтарына йөрөргә ваҡыт тапһа, бик мәслихәт.
✅ Балаларығыҙҙан "ҡарт" бәпәй яһауҙы ҡуйығыҙ. Үҙе кейенһен-сисенһен, бүлмәһен йыйыштырһын, дәресен үҙе эшләһен, әммә тикшереп торорға кәрәк, әлбиттә. Форсат булған һайын тәбиғәткә алып сығығыҙ. Баҡсала эшләһен. Дәрес күплеккә һылтанмаһын. Ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәтеү ҙә ата-әсәнең бурысы.
✅ Ғаиләнең оло ағзалары үҙен нисек тота, нимә менән ҡыҙыҡһына, ваҡытын нисек уҙғара - бала күреп, ҡабатлап үҫә. Ояһында ни күрә, бит.
✅ Ҡурҡмағыҙ, бала ҡайһы ваҡыт асығырға, өшөргә, арырға, һыуланырға ла тейеш. Ул шулай нығына, тормошто өйрәнә. Әммә быны яңылыш аңларға кәрәкмәй????????
Читайте нас: