+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октябрь 2020, 11:27

Бэтмен менән Супермен Өфө урамдарында...

Супергеройҙар ғәҙәттә кешеләргә ярҙам итә. Ошо ялдарҙа Өфө урамдарының видеокамераларына эләккән Бэтмен менән Супермендың да изге ниәте бар.

Ошо ялдарҙа Өфө ҡалаһының “Сосны” микрорайоны видеокамераларының береһенә Голливуд фильмдары геройҙары Бэтмен һәм Супермен костюмдарын кейгән икәү эләгә.
Улар камера ҡуйылған төҙөлөшкә самокаттарҙа килә лә, шлагбаум эргәһендә әҙерәк шаярып тора бирә. Супергеройҙарға бер эт тә эйәргән. Бэтмен менән Супермен уның менән уйнағандан һуң, ҡоймаға “Сосны” микрорайонын балалар баҡсаһы менән тәьмин итегеҙ” тигән яҙыулы плакат элә.
Урындағы микрорайон халҡы был балалар баҡсаһын күптән, атап әйткәндә, 2011 йылдан алып көтә.
Объект өсөн яуаплы “Третий трест” ойошмаһының рәсми яуабы буйынса, улар тарафынан төҙөлөш эштәре алып барыла, әммә ғәмәлдә буласаҡ баҡса урыны ҡойма менән уратып алынған, эш туҡтатылған.
Бэтмен менән Супермен костюмдары кейеп “Сосны” микрорайоны халҡы был хәл ителмәгән мәсьәләгә ошо рәүешле иғтибар йүнәлтергә тырыша.
Читайте нас: