+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октябрь 2020, 19:05

БАЛАЛАРҒА ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Роза ҒӘББӘСОВАБАШҠОРТ БАЛЫБашҡорт балы шундай татлы,Сәй эсәбеҙ бал менән.Рәхәтләнеп, эй, эсәбеҙБала-сағалар менән. Балдың еҫе аңҡып тора,Әллә ҡайҙа тарала.Татлы балым, һүҙҙәр әйтәмМаҡтап һинең турала. Изге сәскә бал ҡортонаБүләк итә үҙ һутын,Ошо һутҡа ҡушып бирәҮҙенең изге ҡотон. Ерем таҙа, күгем таҙа,Таҙа уның һауаһы.Башҡорт балын беҙ ашайыҡ,Бик шәп уның дауаһы.

БАШҠОРТ БАЛЫ
Башҡорт балы шундай татлы,
Сәй эсәбеҙ бал менән.
Рәхәтләнеп, эй, эсәбеҙ
Бала-сағалар менән.
Балдың еҫе аңҡып тора,
Әллә ҡайҙа тарала.
Татлы балым, һүҙҙәр әйтәм
Маҡтап һинең турала.
Изге сәскә бал ҡортона
Бүләк итә үҙ һутын,
Ошо һутҡа ҡушып бирә
Үҙенең изге ҡотон.
Ерем таҙа, күгем таҙа,
Таҙа уның һауаһы.
Башҡорт балын беҙ ашайыҡ,
Бик шәп уның дауаһы.
Читайте нас: