Уҡытыусылар көнөндә, Иҫке Монасип ауылында был һәйкәлде асыу тантанаһы үтте. Уҡытыусыларҙың данын мәңгеләштереү тәҡдиме – ошо уҡ ауылдың мәктәп директоры Данил Ҡотлобаевтыҡы.
Һәйкәл ҡуйыуҙы бойомға ашырыуға бар ауыл халҡы дәррәү ярҙам итә.
Уҡыусылар 1924 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем мәғариф өлкәһендә эшләгән педагогтарҙың исемлеген төҙөй.
Китапты һынландырған һәйкәлдең бер яғына дүрт юллыҡ шиғыр юлдары яҙылһа, икенсе “бит”ен мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән ҡанатлы һүҙҙәре биҙәй.